Лоҡманов Алик Харис улы 1947 йылдың 26 мартында Балтас районы Ҡаргалы ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуа. Башланғыс мәктәптә тамамлагас Түсебай һигез йыллык мәктәбендә уҡый. 1965 йылда Балтас урта мәктәбен көмөш миҙалға тамамлай.

1966 йылда Өфө нефть институтының Салауат ҡалаһындағы филиалында уҡый. 1967 йылда Башкорт Дәүләт университетының биология факультетында уҡый.

1968 йылда сәнғәт училищеһына уҡырға керә. 1972 йылда училищены тамамлағандан һүң Тәтешле районына балалар музыка мәктәбен ойошторорға ебәрелә.

1974 йылда Башҡортостан мәҙәниәт министрлығының халыҡ ижады йортона эшкә саҡырыла. 1990 йылға тиклем музыка бүлегенең етәксеһе булып эшләй.

1990 йылдың ноябренән Республика татар мәҙәниәте һәм сәнғәте мәркәзе директоры булып эшләй.

1995-1998 йылдарҙа Бөтә Рәсәй мәғариф фонда “Мәғрифат” Башҡорт бүлексәһенә пропоганда бүлеге директоры булып эшләй.

1998 йылдан Башкортостан татарҙары съезы Башҡарма комитеты мәҙәниәт һәм сәнгәт комиссияһының рәйес урынбаҫары булып эшләй.

Добавить комментарий